ЯҢЫ ИШЛЕ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1128 кеше; 1920 – 1433; 1939 – 927; 1959 – 780; 1989 – 513; 2002 – 563; 2010 — 467 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Миәкә урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Ишле а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Түб. Ишле исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 144 йортта 918 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, тимерлек һәм 2 тирмән теркәлгән. Р.Ғ.Ғәлиев, Р.Ш. Ма­ғазов, Ғ.З.Хәмиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов