БАШ ҠАЛА ФИНАНС‑ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге филиалына 1997 й. нигеҙ һалына, 2006 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Филиал составында 3 кафедра. Компьютер класы, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит; дизайн; дәүләт һәм муниц. идара итеү; иҡт.; менеджмент; ойоштороу менеджменты; психология; финанстар һәм кредит һөнәрҙәре һәм йүнәлештәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 3 фән д‑ры һәм 24 канд. (2011). 950‑гә яҡын белгес һәм бакалавр әҙерләнгән. Дир.: В.Г.Панина (1997 й. алып), Р.Г.Әбйәлимова (2007 й. мартынан), Р.Р.Мөхәмәтшина (2007 й. окт. алып).

Р.Р.Мөхәмәтшина

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика