ЯҢЫ ГУРОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Терәпә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 238 кеше; 1920 — 330; 1939 — 367; 1959 — 135; 1989 — 135; 2002 — 104; 2010 — 93 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 1893 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1876 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙендә граф Варшавскийҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә (1893 й. купчий ҡағыҙы рәсмиләштерелгән) Өфөөйәҙе Гуровка а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны) элекке удел крәҫтиәндәре Яңы Гуровка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. (хәҙ. статус) 26 йортта 212 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. исем) тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Н.Н.Кобзев ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов