ХАНОВ Айрат Миҙхәт улы (14.6.1966, БАССР-ҙың Асҡын р-ны Асҡын а.), онколог. Мед. ф. д-ры (2001), проф. (2003). БДМУ-ны  тамамлаған  (1989).  1990  й.  алып  Респ. онкология диспансерында бүлек мөдире, 1994 й. башлап БДМУ-ла уҡыта; бер үк ваҡытта  1998—2015  йй.  “Профилактик  медицина”  ЯСЙ  (Өфө)  дир.,  2005—2010  йй.  БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау һәм мед.-биол. технологиялары ком-ты рәйесе. 2013 й. алып Рәсәй табиптары йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды рәйесе, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап “Телемедсофт” ЯСЙ (икеһе лә — Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге яман шештәрҙең эпидемиологияһына, уларҙы дауалауҙы камиллаштырыуға,  һөт  биҙҙәре  рагын  икенсел  иҫкәртеү  һәм  иртә диагностикалау проблемаһына арналған. Х. ҡатнашлығында “Онкология” электрон уҡытыу-тикшереү комплексы эшләнә һәм РФ-тың мед. вуздарында индерелә. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009).

Хеҙм.: Атлас по онкологии. М., 2008 (авторҙ.); Онкология. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина