ХАННАНОВА Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙы (28.5.1963, Өфө), журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм-ре (2017). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Р.Н.Ханнановтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1985) “Ленинец” гәз. хәбәрсе, 1991 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары, 1992 й. башлап “Демиург” нәшриәтенең (Өфө) ген. директоры. 1993 й. алып “Интерфакс” мәғлүмәт агентлығында, 1994 й. — “КоммерсантЪ”   нәшриәт   йортонда   үҙ   хәбәрсе,   2010   й.   башлап   РФ   Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге (бөтәһе лә — Мәскәү) етәксеһе. Иҡт. һәм сәйәси темаларға арналған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2010).

Тәрж.Г.М.Ғәлиева