ХАННАНОВ Шамил Хәбир улы (5.10.1941, БАССР-ҙың Яңауыл р-ны Яңы Артауыл а. — 28.9. 2009, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (1989). Ленинград политехник ин-тын тамамлаған (1967). 1970 й. алып РФА Өфө ФҮ-лә эшләй: 1981 й. башлап Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында лаб. мөдире, 1986 й. – төп ғилми хеҙм-р. Фәнни хеҙмәттәре ныҡлыҡ һәм һығылмалылыҡтың физик теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Х. тарафынан дис­локация микромеханизмдары өйрәнелгән, металдарҙың пластик деформацияһы һәм емерелеүе кинетикаһының теорияһы төҙөлгән. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Распределения дислокаций. Уфа, 1992.

Г.С.Ломакин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов