ХАННАНОВ Рәшит Ахун улы (27.12. 1938, БАССР-ҙың Яңауыл р-ны Яңы Алдар а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д-ры (1992), проф. (1994). РФ-тың (1997) һәм БАССР-ҙың (1990) атҡ. юрисы. РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). Свердловск а.х. ин-тын (1962), Свердловск юридик ин-тын (1967) тамамлаған. 1964—68 йй. Пермь өлкә прокуратураһында эшләй. 1971 й. алып БДУ-ла уҡыта. 1972 й. башлап Башҡ-н респ. һөтсөлөк сәнәғәте ПБ-нда (Өфө) юридик бүлек нач., идаралыҡ нач. урынбаҫары. 1974 й. алып (өҙөклөк м-н) БДАУ-ҙа: 1994—2014 йй. хоҡуҡ каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1996—2005 йй. иҡтисад ф-ты деканы. 1982—86 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин-тының Өфө ф-ты уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре аграр хоҡуҡ, граждандар хоҡуғы һ.б. проблемаларға арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Правовое обеспечение устойчивости сельскохозяйственного производства. Уфа, 1997 (авторҙ.); Юридические поступки в системе социально-экономического развития России. Уфа, 2007; Природа, право, юридические события. Уфа, 2009.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. М.Х.Хужин