ХАННАНОВ Рәсих Нурғәле улы (28.10.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), яҙыусы, журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1979) ағзаһы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1969). 1957 й. алып “Трудовая слава” (“Хеҙмәт даны”; ҡара: “Кармаскалинская новь”) гәз., 1962 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. хеҙм‑ре: әҙәби хеҙм‑р, үҙ хәбәрсе, 1971 й. башлап мөхәррир урынбаҫары, 1992–94 йй. баш мөхәррир. “Йәшлек ҡанаттары” исемле тәүге очерктар йыйынтығы 1970 й. сыға. “Юл буйында күк сәскә” (1986), “Тамуҡ ҡаҙаны” (2001), “Утлы күкрәү” (2006) романдарын үҙ эсенә алған трилогияһында хәҙ. замандың әхлаҡи проблемалары күтәрелә. “Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!” (1980) повесында Б.В. һуғышы осорондағы үҫмерҙәр тормошо, уларҙың еңеү хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәте күрһәтелә. “Күңел нуры” (1982), “Ҡатынға бүләк” (1985) хикәйәләр йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Ҡыр ҡаҙҙары киткәндә” (1975), “Әйтем юҡҡа әйтелмәҫ” (1978) хикәйәләр китаптары авторы. Шағир Ярлы Кәрим тормошоноң һуңғы көндәренә арналған “Шағирҙың мөхәббәте” драмаһы һәм башҡа пьесалары “Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш” (2002) китабына ингән; Х. драматургик әҫәрҙәре БР һәм ТР, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан театрҙарында ҡуйылған. Яҙыусы ш. уҡ мәҫәл, нәҫер, парса, робағи жанрҙарында ижад итә. Уның шиғырҙарына комп. С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин, Т.М.Шәрипов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә мәҙәни, иҡт. тематикаға арналған мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. “Океандың аръяғында” (1993) юл яҙмалары, “Кемгә ышанырға” (2014; татар телендә) публицистик дилогияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1994), Ә.Атнабаев ис. (2005) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2019).

Әҫәрҙ.: Диңгеҙ ҡарлуғасы: хикәйәләр һәм нәҫерҙәр. Өфө, 1973; Йөрәк аша үткән һуҡмаҡтар. Өфө, 2010; Салауат ялҡыны: шиғырҙар, пьеса, драма. Өфө, 2017.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов