ХАНИСЛАМОВ Мәхмүт Ғәлләметдин улы (24.1.1918, Ырымбур ҡ. – 4.6.1971, Өфө), зоолог. А.х. ф. канд. (1952). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ғ.Х.Ханисламовтың улы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1942) БАССР Игенселек ХК-ның Бай­маҡ дәүләт тоҡомсолоҡ үрсеткесе директоры. 1949–53 йй. БАХИ-ла, 1953 й. окт. алып Воронеж урман-техника ин-тында эшләй. 1954 й. башлап Биол. ин-тында: өлкән ғилми хеҙм-р, бер үк ваҡытта 1956–57 йй. сектор мөдире, 1959 й. – урман бөжәктәре экологияһы лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге энтомофагтарҙың төр составын һәм уларҙың экосистемаларҙағы ролен асыҡлауға, бөжәктәр аҙығы үҫемлектәренең патологияһы, химиялашыу динамикаһы проблемаларына арналған. Х. тарафынан урман ҡоротҡос бөжәктәре градацияларының ҡояш әүҙемлеге динамикаһына бәйле булыуы асыҡланған; балдаҡлы һәм парһыҙ ебәк күбәләктәренең, сыбарғанаттың күпләп үрсеүен прогнозлау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Полезные насекомые

Г.М.Ханисламова

Тәрж. Г.А.Миһранова