ХАНГИЛДИН Васиҡ Хәйҙәр улы [12.5.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 15.6.1998, Өфө], селекционер. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), а.х. ф. д‑ры (1974), проф. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963), РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1957). Һарытау а.х. һәм мелиорация ин‑тын тамамлаған (1931). 1932—93 йй. БНИИЗиС‑та эшләй: 1939 й. алып һәм 1971 й. — лаб. мөдире, 1949 й. — бүлек мөдире, 1960—71 йй. дир., бер үк ваҡытта БР а.х. министрының 1‑се урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары селекцияһына һәм орлоҡсолоғона, Башҡортостанда май биреүсе культураларҙы үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. Х. етәкс. 20‑нән ашыу борсаҡ (Ранний, Чишминский 80, Чишминский 95 һ.б.), кукуруз (Чишминская 1, Чишминская 3 һ.б.), мәк (Чишминский 171) сорты сығарылған. 150 фәнни хеҙмәт авторы. РФА эргәһендәге Вавилов генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1974—95). РСФСР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982) орд. м‑н бүләкләнгән. БНИИСХ бинаһына Х. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Возделывание кукурузы в Башкирии. Уфа, 1954; Возделывание гороха по интенсивной технологии. Уфа, 1991.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. А.Н.Күсеев