ХАН ҠЫҘЫ”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1964 й. Н.Д.Шоңҡаров БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Исламғол а. Сәлимә Сөләймәнованан, С.Ә.Галин Ҡолтай-Ҡаран а. (икеһе лә — БР-ҙың Миәкә р-ны) Әсмәндиәр Янышевтан яҙып ала. 1991 й. Һамар өлк. Имеләй а. Мөҡәдисә Заһиҙуллинанан яҙып алынған вариантта Р.С.Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ моңдары” йыйынтығында (1991) баҫтырыла. Шулай уҡ С.И.Сөләймәнова тарафынан яҙып алына. Лирик-эпик йыр.16 б. тиклем барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Йыр егет м-н ҡыҙҙың һорау-яуап формаһында төҙөлгән диалогынан тора. Риүәйәт б-са боронғо заманда бик һылыу хан ҡыҙы йәшәгән, уның йөрәген бер егет тә яулай алмаған. Бер ваҡыт ҡыйыу сәсән егет ҡыҙға килгән һәм уның хөрмәтенә маҡтау йыры йырлаған, ҡыҙ ҙа уға йыр м-н яуап биргән. Йәштәр араһында мөхәббәт хисе барлыҡҡа килгән. Йырҙы С.Р.Сәлмәнов хор (a cappella) өсөн эшкәртә. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова, Ғ.Ғ.Хәмзин бар.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Р.С. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 3-сө том. Лирик-драматик йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 2005.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова