ХАМОМИЛЛЯ (Chamomilla), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Бер нисә төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Ер шарының субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дарыу Х., йәки дарыу ромашкаһы, һәм еҫле Х., йәки еҫле лепидотека үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 15 — 30 см. Япраҡтары ябай, ике йәки өс тапҡыр ҡауырһын кеүек ҡыяҡ өлөштәргә бүленгән. Кәрзинкәләре сәскә ҡолаҡсындары булмаған тупаҡ конус рәүешендәге ложалы ботаҡтар осонда урынлашҡан; урамалары касаға оҡшаш, черепица һымаҡ япраҡсаларҙан тора. Дарыу Х. кәрзинкәләре эре (диам. 18 — 25 мм), гетерогам (ситке инә сәскәләре аҡ төҫтә, тел япраҡлы; урталағылары — ике енесле, һары, көпшәле, 5 тешле), еҫле Х. — ваҡ, гомогам (сәскәләре ике енесле, көпшәле, йәшкелт һары).Июнь — авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса (дарыу Х. бер аҙ бөгөлгән, еҫле Х. ялпаҡланған), июль аҙ. — сент. өлгөрә. Еҫле Х. респ. бөтә терр-яһында тиерлек болондарҙа, баҫыуҙарҙа, ташландыҡ ерҙәр­ҙә, юл буйҙарын­да, парктар һәм баҡсаларҙа, дарыу Х. һирәкләп Әлшәй р-ны Шафран а. тирә-яғындағы баҫыу ситтә­рендә үҫә. Х. сәскәләренең составында кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә, медицинала, парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. Еҫле Х. акарицид һәм инсектицид үҙенсәлектәргә эйә. Дарыу Х.—мал аҙығы үҫемлеге, культураға индерелгән, уның сәскәләренән һары буяу алынған.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова