ХАММАТОВА Светлана Әнғәм ҡыҙы (11.5.1950, Өфө), педагог. Психология ф. канд. (1992), пед. ф. д-ры (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (1999). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1972) Өфөнөң 91-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1975—76 йй. НИИнефтехимда, 1979 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй. 1993 й. башлап БДУ-ла, 2004 й. — Ырымбур ун-тының Өфө филиалында (2006 й. тиклем гуманитар һәм соц. фәндәр каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы), бер үк ваҡытта 2008 й. алып Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ-н соц. технологиялар ин-тында (филиалында), 2011 й. — Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре уҡыусы йәштәрҙе тәрбиәләү проблемаларына арналған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Башҡортостан — АҠШ” респ. йәмғиәте президенты (1995 й. алып).

Хеҙм.: Введение в проблему духовно-нравственного воспитания учащихся в условиях социальных перемен. Уфа, 2000; Идеалы современного учебно-воспитательного процесса и развитие духовной культуры общества. М., 2004; Формирование духовно-нравственных ценностей учащейся молодёжи в многонациональном обществе. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина