ХАММАТОВ Яныбай Хаммат улы [16.1.1925, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Исмаҡай а. (БР-ҙың Белорет р-ны) — 28.9.2000, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-ты эргәһендәге 2 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (1954), К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын (1956) тамамлаған. 1937—42 йй. “Башзолото” тресының Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. 1946 й. алып ВЛКСМ-дың Белорет район ком-тында: инструктор, бүлек мөдире, 1947 й. башлап 1-се секретарь. 1949 й. ВЛКСМ-дың Башҡ-н өлкә ком-тында, 1952 й. тиклем “Башзолото” тресының сәйәси бүлек нач. урынбаҫары, 1954 й. алып КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-ты инструкторы, 1960 й. — Әбйәлил район советының башҡарма ком-ты рәйесе, 1963—69 йй. БАССР ЭЭМ-ының ойоштороу-строевой бүлеге начальнигы. Әҫәрҙәре 40-сы йй. 2-се ярт. баҫыла башлай. Башлыса тарихи проза жанрында эшләй. “Бөртөкләп йыйыла алтын” (1966; урыҫса тәржемәһе 1970), “Аҡман-тоҡман” (1971; урыҫса тәржемәһе 1973), “Йәшенле йәй” (1975; урыҫса тәржемәһе 1976), “Юрғашты” (1980; урыҫса тәржемәһе 1980), “Руда” (1982; урыҫса тәржемәһе 1993) романдарын үҙ эсенә алған пенталогияһы алтын эҙләү эше тарихына, Башҡортостанда алтын табыу сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүенә арналған; тәүге өс романы б-са 4 сериялы нәфис фильм (1979; реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов, БАССР-ҙың ТВ һәм радио тапшырыуҙар б-са дәүләт ком-ты) төшөрөлгән. “Төньяҡ амурҙары” дилогияһының (2 китапта, 1983—1985; урыҫса тәржемәһе 1987) төп темаһы — башҡорт яугирҙарының Ватан һуғышында (1812) күрһәткән ҡаһарманлығы. “Тыуған көн” (1978; урыҫса тәржемәһе 1982), “Комбриг Мортазин” (1992), “Иҙел башы” (1993) һ.б. документаль романдарында М.Х.Ғөбәйҙуллин, З.Ғ. Исмәғилев, М.Л.Мортазин, А.Ҡ. Мөбәрәков образдары тергеҙелгән. “Башҡорттар китте һуғышҡа” романында (1990) 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) героик юлы һәм тылдағы кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте сағылдырылған. “Ҡаһарманлыҡ” документаль повесы (1989), “Йондоҙҙар нисек ҡабына” (1969), “Ҡара яу”, “Ағиҙел Иҙелгә ҡоя” (икеһе лә — 1995) һ.б. романдар авторы. Х. әҫәрҙәре татар, украин, урыҫ, әзербайжан һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.

БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1994), Бөтә Союз үҙәк проф. союздар советы һәм СССР Яҙыусылар союзы пр. (1974), К.Әхмәтйәнов ис. пр. (1997), Аҡмулла ис. пр. (2001) лауреаты. Х. исеме Белорет р-ны Сермән а. модель китапханаһына, Белорет ҡ. 22-се башҡорт гимназияһына (унда яҙыусының музейы эшләй), Әбйәлил р-ны Асҡар а., Белорет р-ны Черновка а. урамдарына бирелгән. Тыуған ауылында Х. музейы асылған (1995). Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2006 й. Белорет р-ны Советы Президиумы тарафынан уның ис. премия булдырылған.

Әҫәрҙ.: Салауат. Һырдаръя: тарихи романдар. Өфө, 2000; Карьера: роман. Уфа, 2005.

Әҙәб.: С ә й е т б а т т а л о в Ғ.Ғ. Яныбай Хамматов — һүҙ оҫтаһы. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов