ХАЛЬКОПИРИТ (гр. chalkos — баҡыр һәм пирит), баҡыр колчеданы, сульфидтар класы минералы, CuFeS2. Составына цинк, ҡурғаш, көмөш, алтын, мышаяҡ, аҡ ҡурғаш һ.б. ҡушылмалар инә. Ҡырланған кристалдар һирәк була, ябай һәм полисинтетик ҡушылмалар йыш осрай. Агрегаттары бөртөклө, йәшерен кристаллы, бөрө һымаҡ. Төҫө еҙ-һары, йыш ҡына һоро төҫмөрө бар, һыҙығы ҡара, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3—4, тығыҙлығы 4100—4300 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел. Мурт, ярым үткәргес, антиферромагнетик. Баҡырҙың киң таралған минералы һәм баҡыр мәғдәндәренең төп минералы. Бөтә генетик типтарҙағы ятҡылыҡтарҙа осрай. БР-ҙа Х.сәнәғәт тупланмалары баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында күҙәтелә.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов