ХАЛЫҠТЫҢ УРЫНЛАШЫУЫ ҺӘМ ТЫҒЫҘЛЫҒЫ. Халыҡтың урынлашыуына тәбиғи (климат, тигеҙ рельеф, йылғалар йәки сөсө һыуҙың башҡа сығанаҡтары булыуы һ.б.) һәм соц. (технологияларҙың үҫеш кимәле, иҡт. бәйләнештәр характеры, халыҡтың йәшәү кимәле, хужалыҡ эшмәкәрлегенең тибы, тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәр һ.б.) факторҙар тәьҫир итә. Халыҡтың урынлашыуында локаль һәм төбәк кимәлдәрендәге үҙгәрештәр тәбиғәт ресурстарын үҙләштереү, соц.-иҡт. һәм сәйәси көрсөктәр, дәүләт сиктәренең үҙгәреүе, техноген һәләкәттәр һәм тәбиғи ҡазалар, яңы магистраль юлдар төҙөү һ.б. м-н бәйле. Халыҡтың урынлашыуы тигеҙ түгел, халыҡ тығыҙлығы м-н билдәләнә (1км2 даими йәшәүселәр һаны). Ниндәй ҙә булһа бер терр-ялағы Х.у.һ.т. билдәләү өсөн халыҡтың дөйөм тығыҙлығы күрһәткестәре, ауыл һәм ҡала халҡы тығыҙлығы; терр-яла халыҡтың тупланыу, ҙур ҡалала тупланыу дәрәжәләре (ҡара: Халыҡтың таралып ултырыуы) ҡулланыла. Башҡортостанда 19 б. аҙ. тиклем халыҡтың төп өлөшө ҙур йыл­ғалар (Ағиҙел, Тере Танып, Урал, Дим һ.б.) үҙәнендә йәшәгән.Терр-яларҙы үҙләштереү, тимер юлдар төҙөү м-н яңы магистралдәр буйлап торама пункттарҙың, ш. иҫ. ҡалаларҙың(ҡара: Халыҡ миграция­һы), һаны арта: субмеридиональ бүлкәт м-н бергә халыҡ тығыҙлығы кимәле юғары булған субкиңлек бүлкәте барлыҡҡа килә. Халыҡ һанының артыуы м-н уның уртаса тығыҙлығы үҫә (1913 й. — 20 кеше/км2, 1995 й. — 28 кеше/км2), сәнәғәтте һәм а.х. үҙләштереүҙең яңы үҙәктәре һәм ра­йондарының ойошторолоуы һәм иҫкеләренең алмашыныуы терр-я ты­ғыҙлығына үҙгә­рештәр индерә, был халыҡтың ауыл ерҙәренән ҡалаларға күсенеүенә килтерә (ҡара: Ҡала һәм ауыл халҡы). Респ. көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында Ағиҙел й. урта ағымы буйлап халыҡ һаны үҫә, унда бер нисә ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасаба төҙөлә, нефть сығарыу сығанаҡтары асыла. Башҡортостандың Урал аръяғында төҫлө металлургияның үҫеше, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү дөйөм терр-я тығыҙлығын арттыра. Респ. тигеҙ һәм таулы өлөштәрендәге халыҡтың тығыҙлығында тәбиғи факторҙарға, етештереү көстәрен урынлаштырыу һәм үҫтереү кимәленә, халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеге шарттарына бәйле булған айырма һаҡлана. БР-ҙа халыҡтың 50%-ы дөйөм майҙандың 17%-ын, ш. иҫ. төньяҡта Кушнаренко р-нынан алып көньяҡта Стәрлебаш р-нына тиклем Ағиҙел й. буйлап урынлашҡан 12 район һәм 6 ҡаланы биләй. Өфөлә респ. халҡының 25%-ы тупланған. 80%-тан ашыу халыҡ Башҡортостандың Урал алдында йәшәй. БР-ҙа уртаса халыҡ тығыҙлығы 28,3 кеше/км2 тәшкил итә, РФ-та — 8,4 кеше/км2, ошоға ярашлы ауыл халҡы — 11,5 һәм 2,3 кеше/км2 (2007). Халыҡ тығыҙлығының иң юғары күр­һәткестәре Урал алды өлөшөндәге адм. райондарға (ш. иҫ. ҡалаларға) тура килә: Өфө (506 кеше/ км2), Стәрлетамаҡ (126), Краснокама (102), Туймазы (96); таулы өлөшөндә — Баймаҡ (20), Учалы (16), Белорет (10 кеше/км2). 1913—95 йй. ауыл ерендә халыҡ тығыҙлығы 18,5-тән 10 кеше/км2 тиклем кәмей. Ауыл халҡының иң юғары тығыҙлығы — Өфө (36,9 кеше/км2), Ҡырмыҫҡалы (29,9), Туймазы (27,0); иң түбән тығыҙлығы Йылайыр (3,0), Белорет (3,7), Бөрйән (3,9 кеше/км2) р-ндарында теркәлгән. Волга буйы федераль округының төбәктәре араһында БР халыҡ тығыҙлығының уртаса кимәле м-н билдәләнә, ш. уҡ ваҡытта ауыл халҡы тығыҙлығы б-са юғары күрһәткестәр м-н айырылып тора.

И.В.Голубченко

Тәрж. А.Н.Күсеев