ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ, ҡулланыу хаҡтары индексына яраҡлаштырылған (төп тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ошо ваҡытта фактик билдәләнгән йыйылмаһы хаҡының базис ваҡытындағы хаҡына ҡарата үҙгәрешен билдәләй) ошо ваҡыттағы һалымдар һәм йөкләмәләрҙән, мотлаҡ түләүҙәрҙән (страховкалау, кредит һ.б. б-са) һәм ирекле түләүҙәрҙән (йәмәғәт һәм кооператив ойошмаларға) тыш халыҡтың аҡса килеме. Халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләгән төп күрһәткестәрҙең береһе. Реаль ҡулланырлыҡ аҡса килеме динамикаһы төрлө осорҙа алынған төп килемдәрҙе сағыштырыу юлы м-н билдәләнә.

20 б. 90-сы йй. Башҡортостанда реаль ҡулланырлыҡ килем кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә (ҡара: Иҡтисади реформалар), 2002 й. ул кире тергеҙелә; 1999 й. ҡарағанда 2008 й. 3,3 тапҡыр арта. 2008 й. респ. килем кимәле б-са РФ субъекттары араһында 21-се, Волга буйы федераль окру­гында — 3-сө урынды; аҡсалата килемдәрҙең һатып алыу һәләтлеге б-са ярашлы рәүештә 7-се һәм 2-се урынды биләй.

Р.Ә.Артыҡаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов