ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ, халыҡтың натуралата һәм реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килеме, ш. уҡ халыҡҡа бушлай йәки льготалы шарттарҙа хеҙмәт күрһәткән төрлө ойошмаларҙың матди сығымдары суммаһы. Х.р.к. — милли килемдең халыҡ ҡулланыу йәки аҡса йыйыу өсөн файҙаланған бер өлөшө; ваҡлап һатыу хаҡтарының һәм һалым һ.б. мотлаҡ түләүҙәргә киткән сығымдарҙың үҙгәреүен иҫәпкә алып алынған матди байлыҡ һәм хеҙмәттәр иҫәбен күрһәтә; халыҡтың йәшәү кимәлен дөйөмләштергән күрһәткес булып тора. Натуралата алынған килемдәр эсенә йорт хужалыҡтары үҙҙәре етештергән һәм башҡа сығанаҡтарҙан түләүһеҙ алып ҡулланған а.х. продукттарының шартлы рәүештә иҫәпләнгән (һатып алғандағы уртаса хаҡтар б-са) хаҡы; йорт хужалыҡтары түләүһеҙ алған (хеҙмәт иҫәбенә һ.б.) сәнәғәт тауарҙарының хаҡы; эш биреүсе тарафынан натуралата бирелгән (түләүһеҙ ашатыу һ.б.; һорашҡан кешеләрҙең яуаптары б-са баһалана) льготалар; хөкүмәт тарафынан натуралата бирелгән дотациялар, субсидиялар һәм льготалар инә. Йән башына тура килгән натуралата килем йорт хужалыҡтары бюджетын һайланма тикшереүҙәр һөҙөмтәһе б-са; производствоға ҡарамаған өлкәләрҙең матди сығымы – төп продуктты бүлгән ваҡытта йәмғиәт ҡулланыуының сағыштырма сығымы булараҡ билдәләнә.

Башҡортостанда 2007 й. ҡала ерендә урынлашҡан йорт хужалыҡтарының ҡулланырлыҡ ресурстары структураһында аҡса килеме 89,5%, натуралата килем – 3,2%, заём һәм йыйылған аҡсаны тотоноу – 7,3%; ауыл ерендә – ярашлы рәүештә 76,8%; 12,7%; 10,6% тәшкил итә (ҡара: табл.). Шулай уҡ ҡара: Халыҡтың аҡса килеме.

Ә.М.Аллаярова, Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов