ХАЛЫҠТЫҢ МИЛЛИ СОСТАВЫ, халыҡтың этник составы, халыҡты милләте (этник яҡтан) б-са бүлеү. Х.м.с. асыҡлау өсөн халыҡ иҫәбен алыу, киң статистик иҫәптең башҡа формалары б-са милләт т-да тура мәғлүмәттәр, ш. уҡ тел ассимиляцияһына төҙәтмәләр м-н туған тел т-да мәғлүмәттәр ҡулланыла. Шулай уҡ йәнле һөйләү теле, этник үҙаң, дин (ҡара: Этноконфессиональ төркөмдәр) һ.б. ситләтелгән күрһәткестәр т-дағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән иҫәп һәм баһа файҙаланыла. Хәҙерге статистик иҫәптәр этник мәғлүмәттәрҙе юғалта, уға рәсми документтарҙа милләт һәм туған тел т-да мәғлүмәтте теркәмәү булышлыҡ итә. Х.м.с. үҙгәрештәр халыҡтың тәбиғи артыуында, халыҡ һаулығында, халыҡ миграцияһында, йәшәү рәүешендә, мәҙәниәтендә, йолаларында, традицияларында һ.б. сағылыш ала. Һуңғы индустриаль этапҡа күсеү, глобалләшеү үҫеше халыҡ миграцияһына ҙур йоғонто яһай, интеграцион этник процестарҙы тиҙләтә. Этногенез процесында ҡәбиләләр халыҡ, милләт булып ойоша. Башҡортостан халҡының этник нигеҙе тарихи яҡтан формалаша (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше). Х.м.с. формалашыуына төрлө тарихи-геогр., геосәйәси, соц.-геогр., демографик һ.б. факторҙар (колониялаштырыу сәйәсәте, ерҙәрҙе үҙләштереү, тау сәнәғәте үҫеше һ.б.) системалы рәүештә йоғонто яһай. 16 б. тиклем Х.м.с. сағыштырмаса бер төрлө була һәм башҡорттарҙан тора. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡа милләттәр күпләп күсенә башлай. Тәүге урыҫ торамалары ҡәлғәләр, почта ямдары, Урал алды тау заводтары тирә-яғында, 17 б. уртаһынан Урал аръяғында барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә көсләп христианлаштырыу һөҙөмтәһенә Волга буйы халыҡтары (мариҙар, мишәрҙәр, мордвалар, та­тарҙар, удмурттар, сыуаштар) керҙәштәр сифатында, старообрядсылар (ҡара: Старообрядсылыҡ), ҡасҡын крепостной крәҫтиәндәр күсеп ултыра. Рәүиз мәғлүмәттәре б-са халыҡтың этник нигеҙен башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә, был тенденция һаҡлана, әммә башҡорт ихтилалдары (17–18 бб.), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) һ.б. сәйәси ваҡиғалар һөҙөмтәһендә аҫаба халыҡтың өлөшө кәмей; 19 б. күскенселәрҙең бер өлөшө үҙҙәрен башҡорт тип йөрөтә. 20 б. башына тиклем иҡт. әүҙем халыҡтың йәшәү рәүеше, дине, этник ҡатлам составы, батша власы сәйәсәте, тауар мөнәсәбәттәренең насар үҫеше, миграция хәрәкәтенең түбән булыуы, милләт-ара никахтарҙың насар үҫеше һ.б. үҙенсәлектәргә ярашлы айырым милләттәр изоляцияла үҫешә. 1897 й. бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу б-са милләт туған тел нигеҙендә билдәләнә. Өфө губернаһында башҡорттар 41%, урыҫтар — 38%, татарҙар — 8,4%, башҡа милләттәр 11,2%; Ырымбур губернаһында башҡорттар 15,9%, урыҫтар — 70,4%, татарҙар 5,8%, башҡа милләттәр 7,9% тәшкил итә. Совет власы йылдарында соц.-иҡт. айырмалыҡтарҙы тигеҙләү тенденцияһы күҙәтелә, урыҫтар м-н яһалма ассимиляциялау сәйәсәте үткәрелә, дәүләт тарафынан граждандарҙың милләтен асыҡлау алып барыла. Милләт б-са иҫәп алыу 1926 й. үткәрелә: урыҫтар 39,9%, башҡорттар — 23,5%, татарҙар — 23,3%, сыуаштар —3,2%, мариҙар — 3,0%, украиндар — 2,9%, мордвалар 1,9% тәшкил итә. Башҡа милләттәр өлөшөнә 0,7% тура килә. 1917—26 йй. башҡорттар ҡатмарлы сәйәси һәм соц.-иҡт. процестар (ҡара: Башҡорт милли хәрәкәте, Граждандар һуғышы, Аслыҡ) һөҙөмтәһендә 1,5 тапҡырға кәмей. 30-сы йй. алып урыҫтар (1959 й. тиклем) һәм башҡорттар иҫәбе артыу, башҡа халыҡтарҙың иҫәбе кәмеү (тарихи илдәренә миграция һәм күп һанлы халыҡтар м-н ассимляция) тенденцияһы күҙәтелә. Бөйөк Ватан һуғышы Х.м.с. үҙгәреш индерә, был халыҡтың әүҙем миграцияһына, Мәскәү, Ленинград һәм илдең башҡа сәнәғәт үҙәктәренән пр-тиеларҙы эвакуациялауға бәйле була. Респ. башлыса СССР-ҙың көнбайыш райондарынан эвакуацияланған урыҫ телле 278 мең кешене ҡабул итә, уларҙың күпселеге ҡала халҡын тулыландыра. 1959 й. урыҫтарҙың сағыштырма өлөшө юғары кимәлгә (42,4%) етә, артабанғы йылдарҙа был күрһәткес яйлап кәмей (ҡара: табл.). 1979—91 йй. башҡорттар күпләп СССР-ҙың яңы сәнәғәт райондарын үҙләштереү өсөн респ. ситкә китә. 1989 й. респ. 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, татар халҡының артыуы һөҙөмтәһендә башҡорттар кәмей (ҡара: Тел өлкәһендәге сәйәсәт). 2002 й. респ. 118 милләт һәм уларға ингән 12 этник төркөм вәкиле теркәлгән. Респ. Рәсәйҙә күп милләтлелек б-са Дағстандан һуң икенсе урынды биләй. Башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар бөтәһе бергә барлыҡ халыҡтың 90,2%-ын тәшкил итә, ш. уҡ респ. иҫәбе 10 меңдән ашыу булған сыуаштар, мариҙар, украиндар, мордвалар, белорустар; иҫәбе 5 меңдән алып 10 меңгә тиклем булған удмурттар, әрмәндәр, немецтар, үзбәктәр, әзербайжандар, керәшендәр; иҫәбе 1 меңдән алып 5 меңгә тиклем булған ҡаҙаҡтар, тажиктар, йәһүдтәр, латыштар, грузиндар, вьетнамдар, чечендар, молдавандар, гректар йәшәй. 1989—2010 йй. әрмән һәм тажиктарҙың өлөшө 4 тапҡырға, үзбәктәрҙеке — 2, чечендарҙыҡы 5 тап­ҡырға арта; вьетнамдар диаспораһы барлыҡҡа килә. БР-ҙа Х.м.с. үҙенсәлектәренең береһе булып ҡала һәм ауыл халҡы составы айырмаһы тора, улар этностыңтарихи үҫеше һәм миграция бәйләнештәре үҙенсәлектәренә, урбанизация, халыҡтың таралып ултырыуыныңтерр. айырмалыҡ­тарына бәйле.

Респ. тигеҙ милли сәйәсәт алып барыла, 60-тан ашыу милли‑мәҙәни берекмә теркәлгән. Шулай уҡ ҡара: Башҡортостан халыҡтары.

Р.Ә.Ғәлин, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. А.Н.Күсеев