БАҺАУЕТДИНОВА Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (10.9.1953, БАССР‑ҙың Ғафури р-ны Юлыҡ а.), педагог. Филол. ф. канд. (1997). БР-ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1992) уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2005). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә, 1980 й. алып 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә (1986 й. башлап дир. урынбаҫары, 1993 й. — дир.) эшләй. 2008 й. алып БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү ин‑тының (Өфө) экспертиза һәм аттестация бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. теленең лексикаһы проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. З.Биишева ис. пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика