ХАЛЫҠ‑АРА СТАНДАРТТАР, стандартлаштырыу объектына ҡуйылған нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы билдәләгән документтар. Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, Халыҡ-ара электр-техника комиссияһы, Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы һәр ил тарафынан танылған. Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының сифат менеджменты системаларына ҡарата 9000 сериялы, экологияға – 14000 сериялы, һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәт хәүефһеҙлегенә — 18000 сериялы OHSAS, аҙыҡ-түлек продукцияһы хәүефһеҙлегенә ҡарата 22000 сериялы Х.-а.с. иң билдәлеләре булып һанала. Пр-тиеларҙа һәм ойошмаларҙа сифат менеджменты системаһын индереү уларҙың халыҡ-ара баҙарҙа конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуға булышлыҡ итә. 9000 сериялы Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы стандарттары милли стандарт булараҡ 90 илдә ҡабул ителгән. Рәсәйҙә улар тәүгеләрҙән булып хәрби-сәнәғәт комплексы пр-тиеларында (илебеҙҙә сыҡҡан продукция сифаты м-н идара итеүҙең комплекслы системаларын ҡулланған) индерелә. 1996—98 йй. ӨМЭПБ, ӨПЭПБ, ӨАПБ һәм “Уфимкабель” пр-тиеһы тарафынан Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының 9001—1994 сериялы халыҡ-ара сертификаттары алынған. Башҡортостанда продукция сифаты өлкәһендә БР Президенты премияһы булдырылған (2002), респ. пр-тиеларында һәм ойошмаларында Х.-а.с. талаптарына ярашлы сифат менеджменты системаларын индереү б-са саралар планы эшләнгән (2003). 2005 й. БР-ҙа халыҡ-ара сертификат­тары булған 80, 2008 й. 280 пр-тие һәм ойошма иҫәпләнгән. Сертификациялау б-са аудит Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге, “БаСК” сифат һәм сертификациялау үҙәге, “Башстройсертификация” Төбәк сертификациялау үҙәге (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. тарафынан үткәрелә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов