БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы (30.3.1951, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Й.Ғ.Баһауетдиновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып Биология ин‑тында эшләй (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1997 й. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың органик матдәләрен өйрәнеүгә арналған. Б. серетмәнең төп компоненттарының яңырыу баланс моделен тәҡдим итә, был үҙ сиратында тупраҡтың органик ҡушылмаларының трансформацияһын билдәләргә, серетмә матдәләренең тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма. Уфа, 1993 (авторҙ.); Воспроизводство плодородия серых лесных почв. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика