ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ СОВЕТТАРЫ, совнархоздар, 1917—32 йй. һәм 1957—65 йй. РСФСР-ҙа һәм СССР-ҙа халыҡ хужалығына, башлыса сәнәғәткә идара итеү органдары. ХХС сәнәғәт пр-тиеларын национализациялауға етәкселек итә, халыҡ хужалығының айырым тармаҡтарын ойоштороу, дәүләт әҙерләүҙәрен планлаштырыу, етештереү күләмдәрен бүлеү һ.б. м-н шөғөлләнә. Өфө губерна ХХС-ы 1918 й. 26 ғин. Өфө губерна башҡарма һәм революцион ком-ттары ултырышында ойошторола. Составына дөйөм идаралыҡ һәм бүлектәр (хәрби әҙерләүҙәр, тау эштәре, күн, кооператив, металл эшкәртеү, полиграфия, тәьминәт, статистика, химия, туҡыу, яғыулыҡ) инә.1918 й. июне — 1919 й. дек. Граждандар һуғышына бәйле эшләмәй. Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының 1919 й. 23 февр. ҡарары м-н Башҡ-н ХХС-ы (1921 й. алып Башҡ-н үҙәк ХХС-ы) ойошторола. БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советына һәм РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй ХХС-ына, 1920 й. окт. алып Урал өлкә сәнәғәт бюроһына, 1921 й. окт. башлап РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй ХХС-ына буйһона. Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң 1922 й. июнендә Өфө губерна ХХС-ы бөтөрөлә, пр-тие һәм берекмәләр Башҡ-н үҙәк ХХС-ы ҡарамағына тапшырыла. 1922 й. Башҡ-н үҙәк ХХС-ы составына президиум, бүлектәр (дөйөм, иҡтисад, складтарҙы һәм ябыҡ пр-тиеларҙы һаҡлау), химия лаб., кантондарҙағы вәкиллектәр инә, 1929 й. уның буйһоноуында 51 сәнәғәт пр-тиеһы була. БАССР ХКС-ы ҡарары м-н 1932 й. июлендә Башҡ-н үҙәк ХХС-ы бөтөрөлә, уның функцияһы һәм пр-тиеларҙың бер өлөшө БАССР еңел сәнәғәт ХК-на, бер өлөшө СССР ауыр сәнәғәт ХК-на тапшырыла. 1957 й. сәнәғәткә һәм төҙөлөшкә идара итеү үҙгәртеп ҡорола, сәнәғәт министрлыҡтары бөтөрөлә һәм иҡт. райондар б-са ХХС-тар ойошторола. 1 июндә Башҡ-н ХХС-ы булдырыла. 1963 й. ғин. уның ҡарамағында булған пр-тиелар, берекмәләр һәм идаралыҡтар Урта ВолгаХХС-ына(үҙәге– Куйбышев ҡ.) тапшырыла. 1965 й. сент. үткән КПСС ҮК Пленумы ҡарарына ярашлы 1966 й. ғин. ХХС-тар эшмәкәрлеге туҡтатыла, иҡтисадҡа идара итеү тармаҡ принцибы б-са алып барыла. Өфө губерна ХХС-ы рәйесе — А.А.Юрьев (1918—22); Башҡ-н ХХС-ы рәйестәре (төрлө ваҡытта): З.Н.Ғәбитов, С.И.Кувыкин, Г.Б. Ҡарамышев, В.С.Фёдоров.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин