ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ. 2001 й. Башҡорт филармонияһы эргәһендә БР Х.ҡ.м.о. булараҡ ойошторола, тәүге концерты 2001 й. 1 окт. була. 1-се художество етәксеһе һәм дирижёры — Р.М.Ғәйзуллин. Оркестр репертуары: М.Х.Әхмәтов — “Башҡорт рапсодияһы” (“Баш­кирская рапсодия”), “Дуҫым Рәмилгә соло-фантазия” (“Соло-фантазия для друга Рамиля”), “Лезгинкалар сюитаһы” (“Сюита лезгинок”); Н.Ә.Дауытов —“Йәшлек увертюраһы”, А.Ключарёв көйҙәре темаһына фантазия, “Бейеү көйө” концерты, “Ҡыҙҙар бейеүе”; А.К.Кукубаев — “Һыбайлылар”, “Лирик пьеса” (“Лирическая пьеса”); И.И.Хисаметдинов — “Салауат тураһында хикәйәт” (“Сказание о Салавате”), Фп. м-н оркестр өсөн концерт пьесаһы; халыҡ музыкаһы эшкәртмәләре [Н.Я.Инякин эшкәртеүендә “Әпипә” (“Апипа”), Дауытов — “Бала ҡарға”, Әхмәтов — “Ҡолой кантон”, Хисаметдинов эшкәртеүендә “Зөлхизә” һ.б.]; татар, урыҫ, ҡаҙаҡ, үзбәк композиторҙарының әҫәрҙәре, сит ил авторҙары әҫәрҙәренең эшкәртмәләре. Х.ҡ.м.о. боронғо башҡорт, урыҫ халыҡ музыка ҡоралдарының, симфоник оркестрҙың һәм өзләүҙең тембрҙарын берләштергән уникаль яңғыраш м-н айырылып тора. Оркестр составында — ҡурай, баян, һуҡма, ҡыллы-һыҙғыслы (ҡыл ҡумыҙ, скрипка, альт, виолончель, контрабас) һәм сиртмә (думбыра, домра, балалайка-бас) ҡоралдар, ш. уҡ — ҡумыҙ, хайран, чоор (ҡырғыҙҙарҙың буйға һуҙылған флейтаһы). 2007 й. репертуар Х.ҡ.м.о. өсөн ижад ителгән үҙенсәлекле әҫәрҙәр м-н тулылана. Оркестр м-н дирижёрҙар РСФСР-ҙың халыҡ артисы Н.Н.Калинин, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ артисы Н.Н.Некрасов, РФ-тың халыҡ артисы Д.Д. Хохлов, композиторҙар РФ-тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Е.П.Дербенко, А.Т. Кәримов, А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов, йырсылар Ф.Х.Бикбулатов, В.Ә.Йәләлетдинов, Ф.Ә. Килдейәрова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. “Европа — Азия” халыҡ-ара халыҡ ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре фестиваль-конкурсы (Магнитогорск ҡ.,2007), “Жубанов яҙы”(“Жубановская весна”) Ә.Жубанов ис. халыҡ ҡоралдары оркестрҙары фестивале (Аҡтүбә ҡ., Ҡазағстан, 2008; икеһе лә — Гран-при), Бөтә Рәсәй халыҡтарының милли ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре фестиваль-конкурсы (Ҡазан, 2006; Мәскәү, 2007) лауреаты. Дирижёрҙар: БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре Р.З.Әхмәтйәнов, Ғәйзуллин, Л.Т.Дәүләтбаев (2016 й. алып художество етәксеһе).

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова