БАҺАУЕТДИНОВ Йәһүҙә Ғилметдин улы (3.1.1922, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сулпан а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а., — 20.3.2000, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Благовар р‑нында эшләй: 1950—82 йй. “Октябрь” к‑зында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры. 1959—65 йй. Б. бригадаһы бойҙай (16,2 ц/ га) һәм шәкәр сөгөлдөрө (194 ц/ га) уңдырышлылығының юғары күрһәткестәренә өлгәшә. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Дерипаско А., Платонов М. Сын земли //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика