“ХАЛЫҠ”, социал‑революционерҙар партияһы составындағы төркөм. 1919 й. ғин. “Өфө делегацияһы” булараҡ ойошторола, авг. алып “Х.” төркөмө, окт. эсерҙар партияһы составынан сыға һәм “Социал-революционерҙар партияһы аҙсылығы” исемен ала. Эсерҙар партияһынан айырмалы рәүештә идеологик ҡапма-ҡаршылыҡ булыуға ҡарамаҫтан, большевиктар м-н сәйәси хеҙмәттәшлек итеү өсөн сығыш яһай. 1919 й. ғин.—февр.“Өфө делегацияһы”вәкилдәре тарафынан Өфөлә һәм Мәскәүҙә үткән һөйләшеүҙәрҙә Өфө хәрби-революцион ком-ты һәм РКП(б) лидерҙары м-н А.В.Колчак диктатураһына ҡаршы берлектә көрәшеү т-да килешеүгә ҡул ҡуйыла. “Өфө делегацияһы” талаптарын ҡабул иткән эсерҙарға амнистия иғлан ителә һәм совет органдарында эшләү хоҡуғы бирелә. Эсерҙар партияһының 9-сы съезында (1919 й. июне, Мәскәү) “Өфө делегацияһы” (К.С.Буревой, В.К.Вольский, Н.И.Ракитников, Н.В.Святицкий, Н.А.Шмелёв) һәм Смирнов—Либерман төркөмө эсерҙар партияһы ҮК иғланиткән“өсөнсө юл” сәйәсәтенә ҡаршы сыға һәм бөтә демократик көстәрҙе, ш. иҫ. большевиктарҙы, реакцияға ҡаршы көрәштә берләшеүгә саҡыра. Окт. “Социал-революционерҙар партияһы аҙсылығы”ның Үҙәк ойоштороу бюроһы булдырыла, уға Буревой, Вольский, И.С.Дашевский, Л.А.Либерман һәм Н.П.Смирнов инә. “Социал-революционерҙар партияһы аҙсылығы” а.х. мәжбүри коллективлаштырыуға ҡаршы, крәҫтиәндәр һәм пролетариаттың тиң хоҡуҡтары, пр-тиеларҙың күпселеген хосуси милеккә биреү өсөн сығыш яһай. Амнистияға ҡарамаҫтан, “Социал-революционерҙар партияһы аҙсылығы” ағзалары совет власы органдары һәм Ғәҙәттән тыш комиссия тарафынан эҙәрлекләүгә дусар ителә. 1922 й. февр. аҙсылыҡ ҡарары м-н Үҙәк бюро тарҡатыла, ҡайһы бер төркөмдәре 1923 й. яҙына тиклем эшмәкәрлеген дауам итә.

Әҙәб.: Б у р е в о й К.С. Распад. М., 1923; Непролетарские партии России: урок истории. М.,

1984.

А.Н.Алдашов

Тәрж. М.Х.Хужин