ХАЛЫҠ, тарихи яҡтан ойошҡан, халыҡтың тәбиғи артыуы процесында өҙлөкһөҙ тулыланған, айырым терр-яла йәшәгән кешеләр төркөмө. Х. өсөн даими халыҡһаныныңғәмәли үҙгәреше, механик (халыҡ миграцияһы), соц. (ҡара: Социаль стратификация) хәрәкәттәр хас, һөҙөмтәлә халыҡ һаны, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығы, урбанизация, состав, демографик (ҡара: Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, Тел өлкәһендәге сәйәсәт, Халыҡ һаулығы, Халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле, Халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы, Халыҡтың милли составы, Этноконфессиональ төркөмдәр) һәм соц.-иҡт. структура (ҡара: Халыҡтың йәшәү кимәле, Халыҡтың мәшғүллеге, Хеҙмәт ресурстары) үҙгәреп тора. Даими, бар булған һәм юридик Х. айырыла (ҡара: Халыҡ иҫәбен алыу), ш. уҡ асыҡ (халыҡ һаны тәбиғи һәм механик хәрәкәттәр арҡаһында үҙгәрә) һәм ябыҡ Х. (халыҡ һаны тәбиғи хәрәкәт арҡаһында үҙгәрә) була. Х. демография сәйәсәте сиктәрендә көйләнә.

Р.Ә.Ғәлин, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. А.Н.Күсеев