БАҺАУЕТДИНОВ Айҙар Марат улы (1.1.1973, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2009). БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөк м‑н; 2003—07 йй. аҙыҡ-түлек технологияһы ф‑ты деканы урынбаҫары). 2000—02 йй. БР‑ҙың А.х. министрлығы эргәһендәге Ветеринария идаралығының төп белгесе. Фәнни эшмәкәрлеге сусҡаның эске ағзалары, нервы системаһы ауырыуҙарын һәм матдәләр алмашыныуын, дарыу препараттарының ирекле радикаль окисланыу процестарына тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Морфофункциональные изменения в печени животных после действия ксенобиотиков. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика