ХАЛИУЛЛИН Юрий Михайлович (10.8.1943, БАССР-ҙың Шаран р-ны Анисимова Поляна а.), инженер-механик. Контр-адмирал (1990). Техник ф. д-ры (1996), проф. (1998). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (2002). Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч-щеһын (Пушкин ҡ., 1968),Хәрби-диңгеҙ акад. (Ленинград, 1975) тамамлаған. 1968 й. алып (өҙөклөк м-н) Тымыҡ океан флоты Камчатка хәрби флотилияһында хеҙмәт итә: 1975—80 йй. электр-механика часы б-са берләшмә ком. урынбаҫары, 1982 й. – техник бүлек начальнигы. 1987 й. башлап Ҡара диңгеҙ флотында: техник идаралыҡ нач., 1989 й. — эксплуатация һәм ремонт б-са флот командующийы урынбаҫары. 1980— 82 йй. Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч-щеһының (Пушкин) пар энергияһы һәм газ турбиналы энергетика ҡулайламалары ф-тында уҡыу-уҡытыу эштәре б-са нач. урынбаҫары, 1992 й. алып начальник. 1998 й. башлап Хәрби-диңгеҙ инженерҙар ин-тында (2000 й. тиклем нач.), бер үк ваҡытта 2000 й. алып “Балтика төҙөлөш компанияһы – Санкт-Петербург” ЯАЙ-нда (техник дир.). 2003 й. башлап (өҙөклөк м-н) “Суднолар эшләү һәм суднолар ремонтлау технологиялары үҙәге” ААЙ-нда: ген. дир. урынбаҫары, 2009 й. алып Суднолар эшләү сәнәғәте кадрҙарының квалификацияһын күтәреү һәм яңынан әҙерләү ин-ты (бөтәһе лә – С.-Петербург) дир., бер үк ваҡытта 2009 й.башлап“Славянка” ААЙ-ның “Санкт-Петербург” филиалы (Мәскәү) дир., 2005 й. алып «“Кризо” заводы» ААЙ-нда (Гатчина ҡ.) ген. дир., 2015 й. 5–30 мартында Серго Орджоникидзе ис. Севастополь диңгеҙ з-дында ген. дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге судноларҙы ремонтлау проблемаларына арналған. Х. тарафынан караптарҙы һаҡлауҙың теоретик нигеҙҙәре эшләнә, судноларҙы өҙлөкһөҙ техник хеҙмәтләндереү ысулдары һ.б. индерелә. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. 3-сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” (1988), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1998) орд. м-н бүләкләнгән. Х. исеме м-н 2014 й. Хәрби диңгеҙ акад. (С.-Петербург) асылған инженерлыҡ аудиторияһы аталған.

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Вклад Республики Башкортостан в развитие Военно-морского флота России. Уфа, 2008.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов