ХАЛИҠОВА Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16.3.1934, Ҡаршы ҡ. — 14.9.2005, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1992),проф.(1995). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1987). МДУ эргәһендәге Көнсығыш телдәр ин-тын тамамлаған (1958). 1962 й. алып СДПИ-ла(1966 й.—башҡорт теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире), 1967 й. — БДПИ-ла уҡытҡан, 1973 й. башлап ТТӘИ-нең өлкән ғилми хеҙм-ре. 1993—2001 йй. БДПУ-ның башҡорт теле каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт яҙыуы һәм әҙәби тел тарихын өйрәнеүгә арналған. “18—19 бб. башҡорт шәжәрәләренең һәм акт документтарының теле” (“Язык башкирских шежере и актовых документов 18—19 вв.”; 1990) монографияһында башҡорт яҙыуы ҡомартҡыларының (шәжәрә, хоҡуҡи документтар) тел үҙенсәлектәре тикшерелгән. 120-гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. уҡ дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Ж.Ғ.Кейекбаев ис. пр. лауреаты (2003).

Хеҙм.: Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993 (авторҙ.).

З.Әәбибуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов