ХАЛИҠОВ Хәбибназар Һиҙиәт улы [9.8.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Үрге Иҙрис а. (БР-ҙың Баймаҡ р-ны) — 2.1.1996, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936— 79 йй. (өҙөклөк м-н) Октябрҙең 50 йыллығы ис. к-зда эшләй (1950 й. алып рәйес); 1946 й. башлап “1-се май” к-зында (1947 й. тиклем, 1949 й. йылҡ-ҡ фермаһы мөдире); 1951—54 йй. Баймаҡ р-нындағы В.В.Куйбышев ис. к-з рәйесе. Х. етәкс. к-з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: һыйыр малы һаны —1,8 тапҡырға, сусҡа — 3; һөт етештереү — 1,9, ит — 3,5, йөн етештереү 1,2 тапҡырға артҡан (1954—58). РСФСР ЮС-ының 6-сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1971), “Почёт Билдәһе” (1977) орд. м-н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев