БАҺАМАНОВ Камил Шакир улы [23.12.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кесе Бишҡураз а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.10.1998, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1941). 1946 й. алып СССР Дәүләт резервтары министрлығының Башҡ‑н терр. идаралығында, 1949 й. — СССР Дәүләт контроле министрлығының БАССР б‑са баш контролёры төркөмөндә эшләй. 1958—86 йй. СССР ФА БФ‑ы Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлекселектең иҡт. һөҙөмтәлелеге мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Размещение и экономическая эффективность производства технических культур в Башкирии. Уфа, 1963; Факторы расширенного воспроизводства сельскохозяйственной продукции. Уфа, 1972; Производство зерна в Башкирии. Уфа, 1974.

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика