ХАЛИЗОВА Мария Ивановна [13.5. 1929, БАССР-ҙың Өфө кантоны Ленинский а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 8.4.2008, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР-ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1957).1941 й.алып Иглин р-нының “Ленин юлы” к-зында эшләй: 1951 й. башлап быҙау ҡараусы, 1953 — 85 йй. һауынсы. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3117 кг (1957). РСФСР ЮС-ының 6-сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Н а й м у ш и н Н. Чем богат человек //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев