ХАЛДЕЕВА Галина Викторовна (7.10. 1947, Белорус ССР-ы Хотиново а.), йырсы (меццо-сопрано). БР-ҙың халыҡ артисы (1992), БАССР-ҙың атҡ. артисы (1980). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1974; А.С. Измайлова класы) 2004 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1992 й. алып Дамаск консерваторияһында, 2000—15 йй. Санта-Сприт консерваторияһында һәм ун-тында (Бәйрүт) вокал б-са педагог. 1986 й. СССР-ҙың Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе А.Ф.Ведерников). Көслө, бай тембрлы тауышҡа эйә. Х. башҡарыу сәнғәтенә ҙур оҫталыҡ, сәхнә һөйкөмлөлөгө, тәьҫирлелек хас. Төп партиялары: Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы; дебют, 1974), Амнерис (“Аида”, Дж.Верди), Любаша (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков), Ольга (“ЕвгенийОнегин”, П.И.Чайковский), Көнбикә (“Салауат Юлаев”) һ.б. Концерт репертуарында ватан һәм сит ил композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм операларынан ариялар, урыҫ романстары бар. Мариин театрында (С.-Петербург) йырлай. СССР-ҙың халыҡ артистары Ведерников, Е.С.Мирошниченко, А.Б.Соловьяненко, З.Л.Соткилава м-н сығыш яһай. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә (Өфө, 1985), “Башҡортостан—Галле” дуҫлыҡ аҙналығында (ГДР, 1977, 1979) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Венгрия, Германия, Ливан, Польша, Сүриә) гастролдәрҙә була.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова