ХАҠ ЯҺАЛЫШЫ, тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүгә хаҡтар формалашыуы процесы. Үҙәк, йәки дәүләт (тауар етештереү йәки хеҙмәт күрһәтеү сығымдарын иҫәпкә алып хаҡтар дәүләт органдары тарафынан билдәләнә), һәм баҙар (һорау һәм тәҡдимдең үҙ-ара тәьҫир итешеүе процесында формалаша; тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙең сикләнгән исемлегенә хаҡтар дәүләт органдары тарафынан билдәләнеүе мөмкин) Х.я. айырыла. Хаҡтарҙы дәүләт тарафынан көйләү ысулдары социаль сәйәсәттә, инфляцияға ҡаршы, монополияға ҡаршы сәйәсәттәҡулланылған туранан-тура (билдәләнгән һәм сикләнгән хаҡтар ҡуйыу, өҫтәмә түләүҙәрҙе, рентабеллек кимәлен һәм үҙгәреү коэф. билдәләү, хаҡ күтәрелеүен декларациялау) һәм ситләтелгән (дәүләт һатып алыуы; дәүләт инвестициялары; һалым һәм һалым ставкаларын, дотацияларҙы һәм льготаларҙы, экспорт-импорт пошлиналарын һәм квоталарҙы, төп фондтарҙың амортизацияланыуы нормаларын билдәләү; дәүләт сығымдарын, аҡса әйләнешен, валюталар курсын көйләү) төрҙәргә айырыла. Башҡортостанда БР Хөкүмәтенең “БР-ҙа хаҡтарҙы (тарифтарҙы) көйләүҙе камиллаш­тырыу саралары тураһында” ҡарары (2005 й. 15 дек.) эшләй; теркәлгән хаҡтарҙы (тарифтарҙы), макс. хаҡтарҙы (тарифтарҙы), уларҙы үҙгәртеү коэф., билдәле тауарҙар һәм хеҙмәт күрһәтеү исемлегенә өҫтәмә хаҡтарҙың макс. кимәлен БР-ҙың тарифтар б-са Дәүләт ком-ты, Хөкүмәт, министрлыҡтар һәм ведомстволар, урындағы үҙидара органдары билдәләй.

Г.М.Россинская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов