ХАЙУАНДАР (Animalia), тере организмдар донъяһы. Яҡынса 1,5 млн (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 3—4,5 млн) төрө билдәле. БР-ҙа 17 меңдән ашыу төрө осрай. Х. төҙөлөшө, уларҙың филогенетик бәйләнештәре б-са Х. донъяһы ярым донъяға, типтарға, ярым типтарға һ.б. бүленә. Х. 10-дан алып 33-кә тиклем тибы айырыла. Шулай уҡ Х. умыртҡалыларға (ярым тип булып тора) һәм умыртҡаһыҙҙарға (бер нисә типты берләштерә) систематик булмаған бүлеү ҡабул ителгән. Ойоштороу кимәленә бәйле Х. бер күҙәнәклеләргә (иң ябайҙар) һәм күп күҙәнәклеләргә бүленә. Примитив күп күҙәнәклеләрҙең кәүҙә өлөштәре (ике ҡатламлы Х. — болоттар, эсәкҡыуышлылар) 2 яралғы япраҡсаһы – эктодерма һәм энтодерма сығарылмаларынан үҫешә. Ҡатмарлы төҙөлөшлө Х. (өс ҡатламлы Х.) мускулдар системаһы һәм тоташтырғыс туҡымаһы — мезодерма сығарыл­малары (3-сө яралғы япраҡсаһы) яҡшы үҫешкән. Өс ҡатламлы Х. беренсел ауыҙлыларға (мәҫ., балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар) һәм икенсел ауыҙлыларға (энә тирелеләр һәм хордалылар) бүленә. Запас углевод — гликоген, азотлы алмашыуҙың һуңғы продукттары — аммиак, мочевина, бәүел к-таһы. Х. башҡа мөһим үҙенсәлектәренә әүҙем метаболизм һәм шуға бәйле кәүҙә үҫеше сиклеге, ш. уҡ эволюция процесында ағзаларҙың төрлө функциональ системалары (мускулдар, аш һеңдереү, тын алыу, бүлеп сығарыу, енси, ҡан тамырҙа­ры, нервылар) үҫеше инә. Ҡуҙғыуҙы ҡабул итеү һәм уға реакция һәләтлелеге (нервы системаһы барлыҡҡа килеүгә бәйле) һиҙеү ағзаларын формалаштыра. Х. күҙәнәктәренең, үҫемлектәр һәм күпселек бәшмәктәрҙән айырмалы рәүештә, ҡаты (целлюлоза йәки хитин) күҙәнәк тышсаһы, пластидалары һәм вакуолдәре булмай. Әммә ҡайһы бер Х. һәм үҫемлектәр араһындағы айырма шартлы. Мәҫ., иң ябайҙарҙың мускул һәм нервы системалары юҡ, күпселек күп күҙәнәклеләр (болоттар, бүздәктәр, коралл полиптары, погонофорҙар) хәрәкәтһеҙ йәшәү рәүеше алып бара. Ҡайһы бер организмдар йә Х. донъяһына (уларҙың туҡланыу һәм хәрәкәтләнеү үҙенсәлектәре б-са), йә үҫемлектәр донъяһына (уларҙың фотосинтезға һәләтлелегенә нигеҙләнеп) индерелә; мәҫ., вольвокс, пандорина, эвглена һ.б. Х. — әҙер органик матдәләр м-н туҡланған гетеротроф организмдар (ҡара: Гетеротрофтар). Туҡланыуҙың автотроф һәм гетеротроф типтарын сиратлаштырған ҙур булмаған бер күҙәнәкле организмдар төркөмө бар (эвглена һымаҡтар һәм фитомонада һымаҡтар). Консументтар (фотосинтезлаусы һәм хемосинтезлаусы организмдар булдырған органик матдәләрҙе ҡулланыусылар) булараҡ туҡланыу сылбырының иң мөһим быуыны булып тора. Х. биосферала күп матдәләрҙе һәм энергияны яңынан бүлеүҙә, тупраҡ яһалышы процесында, ландшафт формалаштырыуҙа, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә, үҫемлектәр һанын көйләүҙә һ.б. ҡатнаша. Х. хужалыҡта ҙур әһәмиәткә эйә, улар араһында һунар йәнлектәре бар, күпселеге а.х., сәнәғәт маҡсаттарында үрсетеү объекттары булып хеҙмәт итә. Ҡайһы бер Х. (мед. һөлөгө, бал ҡорто, йыландар һ.б.) медицинала; дөйәләр, аттар, төньяҡ боландары һ.б. – эш көсө сифатында ҡулланыла. Х. араһында кешегә туранан-тура (мәҫ., паразиттар һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы таратыусылар) йәки малсылыҡҡа, үҫемлекселеккә, урман хужалығына ситләтеп зыян килтергән төрҙәр бар. Ҡайһы бер бөжәктәр (мәҫ., көйәләр) һәм талпандар йөн туҡымаларға, күнгә, тиреләргә зыян килтерә; термиттар ағас ҡоролмаларҙы; моллюскылар, ағас кимергестәр – һыу аҫты ҡоролмаларын юҡҡа сығара. Кешенең тәбиғәткә ҡарата көсәйгән йоғонтоһо ҡайһы бер Х. һаны кәмеүгә һәм икенселәренең тулыһынса юҡҡа сығыуына килтерә. БР-ҙа ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау һәм файҙаланыу “Хайуандар донъяһы тураһында” закон (1996), БР МК-ның “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре тураһында” ҡарары (2002) м-н көйләнә. Башҡортостанда йәшәгән һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған Х. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына (112 төр) һәм РФ-тың Ҡыҙыл китабына (54) индерелгән.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова