“ХАЙБУЛЛИНСКИЙ ВЕСТНИК” (“Хәйбулла хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР-ҙың «“Яңы тормошҡа” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП-ы. Хәйбулла р-ны Аҡъяр а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. нояб. алып башҡорт телендә “Көрәш байрағы”, ш. уҡ 1937 й. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1936 й.) башлап урыҫ телендә “За темпы и качество” (“Темп һәм сифат өсөн”; 1942 й. туҡтатыла) исеме м-н нәшер ителә; 1938 й. алып башҡорт телендә “Ҡыҙыл байраҡ”, 1945 й. июненән урыҫ телендә “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; 1956 й. – “Красное знамя”) исеме м-н яңынан нәшер ителә башлай. 1963 й. мартынан башҡорт телендә “Хеҙмәт байрағы” һәм урыҫ телендә “Знамя труда” исеме м-н сыға, 1991 й. – “Яңы тормошҡа” (2006 й. башлап “Хәйбулла хәбәрҙәре” исемле үҙ аллы гәз.) һәм “К новой жизни”; 2007 й. хәҙ. исемен ала. 1962–63 йй. гәз. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов