БАХТЫБАЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1035 кеше; 1920 — 1112; 1939 — 949; 1959 — 825; 1989 — 676; 2002 — 855; 2010 — 887 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Кужнур, Оҙон Ялан исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. 87 йортта 546 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 һыу тирмәне, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. А.К.Кукубаев, И.С.Файрушин ошо ауылда тыуған.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика