ХАЗИНАЛАР (археология), эш һәм һуғыш ҡоралдары, төрлө көнкүреш әйберҙәре, бронза, тимер, көмөш, алтындан эшләнгән биҙәүестәр йыйылмаһын тәшкил иткән археологик ҡо­мартҡылар. Башҡортостанда 20-нән ашыу Х. табылған. Иң боронғолары бронза быуатына ҡарай. Башлыса бронза эш һәм һуғыш ҡоралдарынан тора. 19 б. аҙ. Өфө өйәҙе Миловка а. (Өфө р-ны) янында бронза ураҡтар, балта һәм ҡасауҙан торған Х. (Миловка хазинаһы), 1945 й. Стәрлетамаҡ ҡ. янында бронза һөңгө остары һәм ҡыҫҡа һөңгө, ҡасау, арҡыры балта, гарпун, беҙҙән торған Х. (һуңынан Ҡуштау хазинаһы тип аталған; материалдары Милли музейҙа һаҡлана) табылған. 1982 й. Стәрлебаш р-ны Баҡса а. янында бронза ураҡтар, балта һәм арҡыры балтанан торған Х. (Баҡса; Стәрлебаш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана) асылған. Тимер быуат Х. табылдыҡтары бронза, көмөш, алтындан эшләнгән төрлө әйберҙәрҙән, ш. уҡ тәңкәләрҙән (ҡара: Аҡса) ғибәрәт. 1869 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. янында бронзанан эшләнгән культ әйберҙәренән торған Х. (ҡара: Ҡуғанаҡ хазинаһы) табылған. 1941 й. Өфө терр-яһында тырнаҡтарына болан эләктергән бөркөт һыны м-н биҙәлгән көмөш туҫтаҡтан, ҡыр кәзәһенә батша һунары күренеше төшөрөлгән көмөш табаҡтан һәм ҡапҡаслы баҡыр һауыттан торған ҙур булмаған Х. асылған. 1965 й. Иглин р-ны Охлебинин а. янында алтын м-н көпләнгән бронза ҡулса, 7 алтын пластинка, бронзанан яһалған 35 бил ҡайышы,ш. уҡ 10 быяла муйынсаҡ бөртөгөнән торған, б.э.т. 4—3 бб. ҡараған Х. (ҡара: Охлебинин археологик комплексы) табылған. 1989 й. Әлшәй р-ны Әүрезтамаҡ а. янында согдий сәнғәт мәктәбенә ҡараған бай биҙәкле көмөш әйберҙәр­ҙән торған Х. (ҡара: Әүрезтамаҡ хазинаһы) асылған. 13—14 бб. ҡараған Х. эш ҡоралдары башлыса тимер салғылар, бысаҡтар, ураҡтар, өҙәңгеләр, балталарҙан һ.б. ғибәрәт. 1920 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе (Стәрлетамаҡ р-ны) Спасский а. янында бронза һәм тимер салғылар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, өҙәңгеләр һәм тирмән таштарынан торған Х. (һуңынан Үрге Спасский хазинаһы тип аталған; материалдары һаҡланмаған) асылған, 1974 й. Хәйбулла р-ны Оло Әбеш а. янында 24 тимер әйберҙән торған Х. (ҡара: Оло Әбеш хазинаһы), 1993 й. Шишмә р-ны Түб. Хәжәт а. эргәһендә бронза һәм тимер салғылар, төрәндәр, тәпкеләр, һабан ҡырҡҡыстары, ураҡтар, балталарҙан торған Х. (ҡара: Түбәнге Хәжәт хазинаһы) табылған. Х. тәңкәләрҙең күпселеге Алтын Урҙа аҡса берәмектәренән (көмөш дирһәмдәр һәм сомдар, баҡыр пулдар) ғибәрәт. 1967 й. Бәләбәй р-ны Берек-Алға а. янында табылған 76 төрлө 300-ҙән ашыу тәңкәнән торған Х. иң ҙуры булып һанала (артабан ул Берек-Алға хазинаһы тип аталған, тәүҙә 450-гә яҡын тәңкә табылған, уларҙың 159-ы һаҡланған, 2004 й. 140 тәңкә табыла; ҡара: Берек‑Алға торағы). 1894 й. Быҙаулыҡ өйәҙе (Ырымбур өлк.) Оло Ремизинка а. янында 165 тәңкәнән торған (13 б. башында Жуси хан исеменән һуғылған) Х. асылған, 1906 й. Өфө өйәҙе (Нуриман р-ны) Ҡыҙылъяр а. янында көмөш һәм баҡыр ғәрәп тәңкәләре тултырылған баҡыр көршәк ҡаҙып сығарыла, 1914 й. Бәләбәй өйәҙе Петровка а. янында 345 жуси тәңкәһе һәм ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренән (йөҙөктәр, һырғалар) торған Х. (һуңынан Петровка хазинаһы тип аталған) табылған.

Әҙәб.: А к б у л а т о в И.М. Обращение куфических монет на Южном Урале

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков