ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы (11.7. 1946,БАССР-ҙың Белорет р-ны Бирҙеғол а.), педагог-методист. Пед. ф. канд. (1989).БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р-нының Арыҫлан урта мәктәбе дир. урынбаҫары. 1972 й. башлап Милли мәктәптәр ҒТИ-ның Башҡ-н филиалында; 1978 й. алып Башҡ-н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин-тында: башланғыс белем биреү, 1979 й. башлап туған телдәр кабине­ты мөдире. 1982 й. алып БДПИ-ла: 1985—88 йй. филол. ф-ты деканы урынбаҫары, 1992 й. башлап Сибай филиалы директоры. 1994 й. алып Силәбе ун-тында. 2000—11 йй. БДУ-ның Сибай ин-тында: уҡыу-уҡытыу эштәре б-са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башланғыс мәктәп уҡыусыларын инша яҙырға өйрәтеү. Өфө, 1978 (авторҙ.); Башкирский язык для начинающих. Уфа, 1991 (авторҙ.).

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина