ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы (30.9.1939, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Һөләймән а. – 26.10.2013, БР-ҙың Дыуан р-ны Мәсәғүт а., тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1987). БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1992) ағзаһы. БДУ-ны тамамлаған (1969). 1963–65 йй. “Коммунист” (ҡара: “Новый Белокатай”), “Ленинец” гәз. әҙәби хеҙм-р. 1969 й. алып Мәсетле р-нында эшләй: Мәләкәҫ тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1970 й. – Хеҙмәтсәндәр депутаттары район советының башҡарма ком-тында бүлек мөдире, 1971 й. башлап “Коммунист” (ҡара: “Мечетлинская жизнь”) гәз. бүлек мөдире, 1974 й. – мөхәррир урынбаҫары. 1974 й. июленән “Совет Башҡортостаны” гәз. Учалы зонаһы б-са үҙ хәбәрсеһе, 1981 й. алып бүлек мөдире. 1987 й. башлап БР Журналистар союзында секретарь, 1988–96 йй. рәйес. 1996 й. алып БДУ-ла уҡыта, 1997–2001 йй.“Ватандаш” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә республиканың соц., иҡт. һәм мәҙәни тормошо т-дағы мәҡәләләр м-н сығыш яһаған. “Бейек Татр бөркөтө” (1981; урыҫса тәржемәһе “Помнят Высокие Татры”, 2005) документаль повесы, “Әгәр мин янмаһам...” (1988), “Исемдәре ҡалыр йылдарҙа” (1992) очерктар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. РФ Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (1988–96). БР ЮС-ының 12-се саҡырылыш депутаты. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1999), Р.Әхтәри ис. (2004) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Журналист булып ҡалам...: повесть-хроника, очерктар, юл яҙмалар, публицистика. Өфө, 1999; Әй буйына ҡайтам әле...: новеллистик повесть һәм очерктар. Өфө, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов