БАХМУТ МӘҘӘНИӘТЕ, тимер быуат археологик мәҙәниәте. 3—8 бб. ҡарай, иртә (иртә бахмут; 3—5 бб.) һәм һуң (һуң бахмут; 6—8 бб.) осорҙарға бүленә. Бахмут ҡәберлеге исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Б.м. ҡомартҡылары Ағиҙел, Кама, Өфө, Тере Танып йй. басс. (Баръяҙы ҡаласығы, Бахмут ҡәберлеге, Бөрө ҡәберлеге, Бөрө ҡаласығы, Иҫке Ҡабан ҡәберлеге, Иҫке Мошто ҡәберлеге, Йомаҡай ҡаласығы, Йөгәмеш ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары, Ҡараабыҙ ҡаласығы, Ҡаратамаҡ ҡәберлеге, Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары, Мәнәк археологик комплексы, Өфө ҡаласыҡтары, Өфө (Шайтан) ҡаласығы, Саруа ҡаласығы, Әңгәсәк ҡәберлеге, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Турбаҫлы тораҡтары һ.б.) тупланған. Ур һәм соҡорҙар м‑н нығытылған ҡаласыҡтар һыубаҫар туғайҙарҙан өҫтәге бейек киртләстәрҙә, тораҡтар тәпәш киртләстәрҙә урынлашҡан. Усағы һәм хужалыҡ соҡорҙары булған ер өҫтөнә төҙөлгән бүрәнә ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Иртә осор керамикаһы тышына тотош соҡорло биҙәк баҫылған, ҡыҫҡа муйынлы, түңәрәк төплө бәләкәй туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан; һуң осорҙоҡо шундай уҡ типтағы, ҙур һәм тышына тотош соҡорло йәки өсмөйөшлө биҙәк баҫылған, ауыҙының сите һәм муйыны һырланған һауыттарҙан ғибәрәт. Иртә осор ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр (Бөрө, Иҫке Ҡабан, Иҫке Мошто, Ҡаратамаҡ һәм Әңгәсәк ҡәберлектәре). Нигеҙҙә, яңғыҙ, ш. уҡ парлап һәм бер нисә мәйет бергә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н йылғаға ҡаратып, ерләнгән. Ҡәбергә эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, беҙҙәр, ҡайраҡтар һәм ураҡтар), ҡорал (тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тимер һөңгөләр, балталар), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, сикә суҡтары, сым муйынсаҡтар, тегеп ҡуйылмалы айылдар, өйрәк, айыу һыны рәүешендә эшләнгән суҡтар, быяла муйынсаҡлы мәрйендәр) һалынған. Ир заты ҡәберҙәрендә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренән торған “ҡорбан йыйылмалары” табылған. Һуң осор ерләү ҡомартҡыларының күпселеге — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр (Бахмут, Бөрө һәм Мәнәк ҡәберлектәре). Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарына (ҡайһы ваҡыт ағас ялғашта йәки ҡабыҡҡа төрөп) салҡан ятҡырып, башы м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Баш осондағы соҡорҙа балсыҡ һауыттар һәм ҡорбан аҙығы ҡалдыҡтары (йылҡы һәм һарыҡ һөйәктәре) асыҡланған. Ир заты ҡәберҙәрендә ҡорал (тимер уҡ башаҡтары, һөңгө остары, ҡылыстар), ҡатын-ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза, алтын, көмөш ай-суҡтар һәм йәнлек һыны рәүешендә эшләнгән сикә суҡтары, тегеп ҡуйылмалы көмөш айылдар, бронза көҙгөләр, бронза һәм тимер ҡаптырмалар) табылған. Өлкән кешеләр ерләнгән ҡәберҙәрҙә билбау гарнитуры әйберҙәре (бронза һәм көмөш өҫтәмәләр, ҡаптырмалар, көмөш м‑н биҙәлгән суҡтар, алтын м‑н биҙәкләнгән ҡайыш остары) осрай.

3—5 бб. Каманың урта һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымында формалаша (В.Ф.Генинг, В.А.Иванов, Т.И.Останина һ.б. ҡайһы бер тикшеренеүселәр Б.м. иртә осорон үҙ аллы Мазунин мәҙәниәтенә айыра) һәм артабан Ағиҙел һәм Өфө йй. араһында тарала. Б.м. халҡы көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙың ситтән килгән күсмә ҡәбиләләре ҡатнашлығында урындағы Пьяный Бор мәҙәниәте һәм Ҡараабыҙ мәҙәниәте ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бахмут ҡәбиләләренең бер өлөшө ассимиляцияға дусар була (Иҫке Мошто ҡәберлеге), бер өлөшө Турбаҫлы мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәте халҡы тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Антропологик материалдарҙы өйрәнеү нигеҙендә М.С.Акимова һәм Р.М.Йосопов бахмуттар төньяҡ-көнбайыш башҡорттар формалашыуындағы компоненттарҙың береһе була, тигән һығымтаға килә. Төп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, тимер һәм бронза металлургияһы, туҡыусылыҡ. Б.м. өйрәнеүселәр: Генинг, Иванов, Г.И.Матвеева, Н.А.Мәжитов, Останина, А.П.Смирнов, А.В.Шмидт һ.б.

Әҙәб.: Мажитов Н.А. Бахмутинская культура //Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981.

Н.А.Мәжитов, Ә.Н.Солтанова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика