ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1. 1941,Чечен-ИнгушАССР-ы Шали а.), инженер-технолог. РФА акад. (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы акад., химия ф. д-ры (1981), проф. (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡ. хеҙм-ре (2001), Чечен-Ингуш АССР-ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың (1990) һәм Болгария Халыҡ Респ. (1982) почётлы нефтехимигы. Грозный нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем һәм 1967 й. алып Грозный нефть ҒТИ-нда: өлкән ғилми хеҙм-р, бүлек мөдире, дир. урынбаҫары, 1992—94 йй. дир.; бер үк ваҡытта 1984—91 йй. һәм 1992—94 йй. “Грознефтехим” ҒПБ ген. директоры. 1991 й. СССР-ҙың химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. 1995 й. Чечен Респ. Хөкүмәте рәйесе. 1996 й. башлап Мәскәүҙә: РФ-тың Сәнәғәт сәйәсәте б-са дәүләт ком-ты рәйесе, 1997 й. алып РФА-ның А.В.Топчиев ис. Нефтехимия синтезы ин-тында лаб. мөдире, 2008 й. – дир., 2017 й. — ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап “Экотек-Ойл” ЯАЙ президенты, 2000 й. – “Росбизнесбанк”та күҙәтеү советы рәйесе, 2001 й. – РФА-ның нефтехимия б-са ғилми со­веты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге түбән т-рала туңыусы юғары тығыҙлыҡтағы нефть яғыулыҡтары уйлап сығарыуға, цеолитлы катализаторҙар ярҙамында углеводородтар әүерелештәрен тикшереүгә арналған. Х. тарафынан вакуум дистилляттарының каталитик крекингы технологияһы камиллаштырыла, изобутанды олефиндар м-н алкиллаштырыу өсөн көкөрт к-талы каталитик комплекс, бензолды этилен һәм пропилен м-н алкиллаштырыу, диэтилбензол алыу, яғыулыҡтарҙы каталитик парафинһыҙлаштырыу өсөн цеолитлы катализаторҙар етештереү һәм һынау ярым сәнәғәт ҡулайламалары серияһы, нефтте тулыраҡ эшкәртеү өсөн 10 комплекс (КТ-1, КТ-2 һ.б.), гудрон висбрекингы ҡулайламалары, альтернатив яғыулыҡтар алыу (ш. иҫ. метил спиртының мотор яғыулыҡтарына конверсияһы) технологияһы һәм катализаторҙары уйлап табыла. Х. етәкс. Г-43-107 ҡулайламаһы эшләнә һәм Өфө НЭЗ-ына индерелә. 530-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 220 уйлап табыу авторы. РФА-ның “Нефтехимия” ж. баш мөхәррире (2000 й. алып). “Чечен мәҙәни үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы президенты (Мәскәү, 1995 й. алып). СССР ЮС-ының 12-се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2009). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976), Почёт (2012) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Крекинг нефтяных фракций на цеолитсодержащих катализаторах. М., 1982 (авторҙ.).

Ф.Р.Исмәғилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов