ХАВКИН Юлий Ахиллович (11.1. 1931, Харьков ҡ.),биотехнолог. Биол. ф. д-ры (1973), проф. (1989). Ташкент мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй (1957 й. башлап лаб. мөдире). 1964–2000 йй. Биохимия һәм генетика ин-тында: лаб. мөдире, 1988 й. алып баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 1964–72 йй. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ-нда лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге антиесемдәрҙең иммунохимияһын өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан антиесемдәрҙең молекуляр күплегенең биол. мәғәнәһе асыҡлана, уларҙың барлыҡҡа килеүендә посттрансляцион гликолизирлауҙың роле иҫбат ителә. Х. ҡатнашлығында составында юғары то­тороҡло биолиганд (антиген) булған иммуносорбенттар уйлап сығарыла. Ферромагнит йөрөткөстәрҙәге биоспецифик реакциялар б-са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Применение реакции иммунной нейтрализации гаптенированных фагов для исследования аллергии к пенициллинам //Иммунология. 1982. №1 (авторҙ.); Терапевтическая эффективность столбнячных антитоксинов, очищенных неспецифическими и физико-химическими методами //Микробиология. 1982. №4 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.А.Миһранова