БАХМУТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—7 бб. ҡарай. Нуриман р‑ны Сандар а. янында урынлашҡан. Өфө өйәҙенең Бахмут (Печёнкин) яңы ауылы (бөгөнгө көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1911 й. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг тарафынан асыла, 1921 й. М.С.Смирнов һәм М.И.Касьянов, 1928 й. А.В.Шмидт, 1960 й. Н.А.Мәжитов тарафынан тикшерелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 48 ҡәбер өйрәнелгән. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарына ҡабыҡҡа урап, салҡан ятҡырып, баштары м‑н көнсығышҡа ҡаратып (көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауыштырып) ерләнгән. Керамика ваҡ соҡорло биҙәк баҫылған туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ир заты ҡәберҙәрендә — эш һәм яу ҡоралдары (балталар, бысаҡтар, тимер уҡ башаҡтар һәм һөңгө остары), ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза сикә суҡтары, түшкә таға торған айыу һындары рәүешендәге суҡтар, сым беләҙектәр) табылған.

Б.ҡ. материалдары Тарих музейында (Мәскәү), Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Шмидт А.В. Археологические изыскания Башкирской экспедиции АН СССР //Хозяйство Башкирии. 1929. № 8, 9; Мажитов Н.А. Бахмутинская культура //Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981.

А.Ф.Йәминов, Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика