ЧУМАКОВА Юлия Петровна (16.7. 1930, Мәскәү өлк. Спасские Выселки а. — 20.12.2000, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1994), проф. (1997). Рязань пед. ин-тын тамамлаған (1953). 1958 й. алып Барнаул пед. ин-тында, 1962 й. — Горький ун-тында, 1970 й. — БДПИ-ла, 1975 й. башлап БДУ-ла уҡытҡан. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи һәм төбәк лексикологияһы проблемаларына, дөйөм славян лексикаһын тергеҙеүгә, ономастикаға арналған. 70-кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Расселение славян в Среднем (Рязанском) Поочье по лингвистическим и историческим данным. 2-е изд. Уфа, 2011.

Әҙәб.: Русское слово: история и современность: межвуз. науч. сб. памяти Ю.П. Чумаковой. Уфа, 2010.

Г.М.Ҡорбанғәлиева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов