БАХМУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Бахмут а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 362 кеше; 1920 — 586; 1939 — 596; 1959 — 507; 1989 — 536; 2002 — 603; 2010 — 618 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Вечёрки” урыҫ халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, музей бар.

19 б. аҙ. Ырымбур өйәҙендә Екатеринослав губ. Бахмут ҡ. күсеп килеүселәр Бахмут утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. А.И.Хохлов ошо ауылда тыуған.

А.М.Нәсибуллина

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика