БАХМЕТЕВ Николай Николаевич (1772, Курск губ. — 1831, Курск ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (яҡынса 1813). Дворяндарҙан. 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 18 б. 80‑се йй. аҙ. алып рус армияһында. 1798—1803 йй. Ырымбур хәрби губернаторы, бер үк ваҡытта Ырымбур инфантерия инспекцияһы инспекторы һәм Рыльск мушкетёрҙар полкы (ҡара: Рыльск пехота полкы) шефы. Б. тәҡдиме б‑са 1799 й. Ырымбур сик буйы экспедицияһы Ырымбур сик буйы комиссияһы итеп үҙгәртелә, Ырымбур һәм Өфө епархиялары ойошторола. 1810—14 йй. Смоленск губернаторы. 1‑се дәрәжә Изге Анна орд. (яҡынса 1798), Изге Иоанн Иерусалимский орденының Командор тәреһе (1798) һ.б. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика