БАУЫРҺАҠ, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Йомортҡаға (ҡайһы ваҡыт бер аҙ һөт өҫтәп) баҫылған йомшаҡ ҡамырҙан әҙерләнә. Ваҡ итеп киҫелгән ҡамыр киҫәктәре күп күләмдәге иретелгән һары майҙа йәки эс майында ҡыҙҙырып бешерелә. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә. Башҡорттарҙың туй йолаларында мөһим урын биләй. Б. оҡшаш аҙыҡ күп кенә төрки, монгол һәм ҡайһы бер фин‑уғыр халыҡтары аш‑һыуында таралған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика