БАУЫР ЦИРРОЗЫ, бауыр туҡымаһының фиброз тоташтырғыс туҡыма йәки строма м‑н кире ҡайтмаҫлыҡ итеп алмашыныуы м‑н билдәләнгән көсәйә барыусы хроник ауырыу. Килеп сығышы б‑са ағыулы йоғонто (алкоголь, дарыу һ.б.), С һәм В гепатиттарым‑н ауырыу, бауырҙан үт сығыу юлдарының боҙолоуы (билиар) арҡаһында барлыҡҡа килгән һ.б. Б.ц. айыралар. Төп симптомдары: диспептик боҙолоуҙар, күпселектә уң ҡабырға аҫтында ауырлыҡ һәм ауыртыу тойоу, бауыр һәм талаҡтың ҙурайыуы һәм тығыҙланыуы, устар эритемаһы һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (ультратауыш, рентгенологик, эндоскопик һ.б.) тикшереүҙәрҙең мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз, хирургик, диетотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: бауыр комаһы, ҡыҙыл үңәс һәм тура эсәктең варикоз киңәйгән веналарынан ҡан ағыу, асцит, гепатоцеллюляр карцинома, энцефалопатия һ.б.

Башҡортостанда 100 мең кешегә 2008 й. Б.ц. м‑н ауырыған тәүләп асыҡланған 1731 ауырыу теркәлгән; 2009 й. — 1046. Медицина университетында 20 б. 60‑сы йй. алып Башҡортостандың ҡайһы бер р‑ндарында Б.ц. этиологияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Н.С.Ҡазыханов һ.б.), 70—80‑се йй. И.Ә.Сафин етәкс. хроник гепатиттарҙы һәм Б.ц. хирургик дауалауҙың диагностика алымдары һәм патогенетик принциптары эшләнә. 90‑сы йй. уртаһынан БДМУ‑ла һәм Республика клиник дауаханаһы нигеҙендәге Респ. хирургик гепатология үҙәгендә Б.ц. аллоплант (Э.Р.Мулдашев, М.Ә.Нартайлаҡов һ.б.), көпшә күҙәнәктәре (В.М.Тимербулатов, Р.Р.Фаязов), регенерацияны бауыр эсендә стимуллаштырыуҙы (Р.С.Минһажев) ҡулланып оператив дауалау алымдары эшләнә һәм камиллаштырыла, ашҡаҙан, ҡыҙыл үңәс, талаҡ тамырҙарын гиперсплинизм синдромы булғанда эмболизациялау, фиброгастродуоденоскопия ярҙамында ҡыҙыл үңәстең ҡанһырап торған веналарына склеротерапия үткәреү һәм эндолигирлау, көсәйеп барған асцитты һ.б. дауалағанда перитонеовеноз һәм порто-бауыр шунтлау ысулдары индерелә.

Р.С.Минһажев, М.Ә.Нартайлаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика